+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
9 Февраль 2021, 15:24

КҮҢЕЛЛЕ МИНУТТАР

ФИЗКУЛЬТУРА МИНУТТАРЫ ӨСӨН ШИҒЫРҘАР

***
Бер-ике - уңға борол! (ҡулдар бөйөрҙә, уңға-һулға боролорға)
Бер-ике - һул яҡҡа!
Бер-ике - ҡулдарыңды (эйелеп, ҡулдарҙы аяҡ остарына тейҙерергә)
Тейҙереп ал аяҡҡа!
Бер-ике - эйеләйек! (ҡулдарҙы билгә ҡуйып, алға эйелергә)
Бер-ике - үҫәйек! (ҡулдарҙы өҫкә күтәреп, аяҡ осона баҫырға)
Бер-ике - теҙелешеп
Түңәрәктән үтәйек! (урында әйләнеп сығырға)
ҺАНАҒЫС
Уҡытыусы: Бер, ике (балалар парта артынан сыға).
Балалар: Әйҙә, һикер (һикерәләр).
Уҡытыусы: Биш, алты.
Балалар: Ете, һигеҙ.
Уҡытыусы: Алға табан.
Балалар: Әйҙә, эйел (алға эйеләләр).
Уҡытыусы: Туғыҙ, ун.
Балалар: Урыныңда бул (ултыраралар).
***
Ҡара ҡарға ҡарҙан бара (алпан-толпан атларға),
Ҡанаттарын ҡаға-ҡаға (ҡағыныу хәрәкәттәре эшләргә).
Эй маҡтана, эй маҡтана:
- Ҡанат остарыма тағып,
Яҡшы хәбәр килдем алып:
Яҙ башлана, яҙ башлана! (төрлө хәрәкәттәр яһап әйтергә)
***
Берәү, икәү, берәү, икәү (ҡулдарҙы бөйөргә таянып, уңға һулға эйелергә),
Тәндәребеҙгә хәрәкәт.
Өсәү, дүртәү, өсәү, дүртәү (алға-артҡа эйелергә),
Хәрәкәттә - бәрәкәт!
Бишәү, алтау, бишәү, алтау (ҡулдарҙы бөйөргә таянып, уңға-һулға боролорға),
Аҡылыбыҙға көс-ҡеүәт.
Етәү, һигеҙ, етәү, һигеҙ (ҡулдарҙы өҫкә күтәреп, аяҡ осона баҫырға)
Булырбыҙ бер сәләмәт! (ҡулдарҙы аҫҡа төшөрөргә, урындарға ултырырға.
ЯЛ ИТЕҮ
Ҡулдарҙы күтәрҙек (ҡулдарҙы күтәрергә),
Аҫҡа төшөрҙөк (ҡулдарҙы төшөрөргә).
Ҡулдарҙы йәйҙек (йәйергә),
Ҡайсы эшләнек (ҡулдарҙы күтәреп, ҡайсы кеүек хәрәкәтләндерергә).
Ҡулдар талдылар (һелккеләргә),
Аҫҡа төштөләр (төшөрөргә).
Урында йүгерҙек (йүгерергә)
Яҡшы тын алдыҡ (тәрән итеп һулыш алырға),
Парта артына ултырҙыҡ (ултырырға).
ХӘРӘКӘТ
Хәрәкәт ул - атлап йөрөү (урында атларға),
Хәрәкәт ул - атта елеү (бер ҡулды алға, икенсеһен өҫкә күтәреп, атта елеүҙе күрһәтергә).
Хәрәкәт ул - ауға барыу ("мылтыҡ тотоп" алға барырға),
Хәрәкәт ул - тауға менеү (тауға үрмәләүҙе үрһәтергә).
"Хәрәкәттә - бәрәкәт", - тип
Әйткән ололар бик хаҡ.
Һаулыҡ ныҡлы булһын, тиһәң,
Йүгер, һикер, тәкмәс ат! (ҡулдарҙы төрлө яҡтарға йөрөтөп, хәрәкәттәр яһарға)
Читайте нас: