+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
7 Февраль 2021, 13:25

"ЙӨҘӨК КЕМДӘ?"

УЙНАП АЛАЙЫҠ ӘЛЕ! ... Берәй бәләкәй әйбер – таш йәки тинлек аҡса, балалар эскәмйәләргә теҙелешеп ултыра. ....МАҠСАТ. Диҡҡәтлелек, күҙәтеүсәнлек, ойоштороусанлыҡ һәләттәре тәрбиәләнә.

Уйын урыны һәм ҡоралы майҙансыҡ, зал, йорт-ҡура алды. Берәй бәләкәй әйбер – таш йәки тинлек аҡса, балалар эскәмйәләргә теҙелешеп ултыра. Уйынды алып барыусы ҡулына йөҙөк йәки берәй әйбер алып, уны эскәмйәлә ултырған бөтә балаларҙың да усына йомдорған кеүе к итеп рәтләп йөрөп сыға. Йөҙөктө берәүгә һалып ҡуя, иғтибар менән күҙәтеп ултырған баланан:”Йөҙөк кемдә?”- тип һорай. Йөҙөк оҙаҡ табылмай торһа эҙләүсегә яза бирәләр. Уйындың әһәмиәте: иптәшлек хисе. Диҡҡәтлелек, күҙәтеүсәнлек, ойоштороусанлыҡ һәләттәре тәрбиәләнә.
Читайте нас: