+1 °С
Болотло
VK
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
7 Февраль 2021, 16:10
ТӘБИҒӘТ КҮРЕНЕШТӘРЕ
АҠБУЛАТ МӘМЕРЙӘҺЕ.Аҡбулат мәмерйәһе (рус. Сказка) — Рәсәй Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы «Алтын Солоҡ» заказнигы. биләмәһенә ҡараған мәмерйә. Шүлгән мәмерйәһенән түбәнгә ҡарай 2,5 км түбәндәрәк, Аҡбулат ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 200 м тирәһе алыҫлыҡта, Ағиҙел йылғаһы үҙәненең уң ярында урынлашҡан.
Ярҙан мәмерйә ауыҙына 600 м тирәһе оҙонлоҡта һуҡмаҡ һалынған.
Ҙур убала айырым торған ике кәкере ҡарағай күренә. Ошо ике ағас эргәһендә өңгә оҡшаған мәмерйәгә инеү урыны бар.
Тәбиғәте буйынса девон эзбизташтарында барлыҡҡа килгән
карст
мәмерйәһе
.
Мәмерйә эсендә төньяҡ-көнбайыш һәм төньяҡ-көнсығыш йүнәлешендә ҡыуышлыҡтар китә
[1]
.
Арка рәүешендәге мәмерйә ауыҙының бейеклеге — 0,8 м, киңлеге— 1,2 м. Ағиҙел йылғаһы кимәленән 80 м бейеклектә тау нигеҙендә урынлашҡан. Мәмерйәгә инә торған урыны ҡоро.
Мәмерйәнең оҙонлоғо —1160 м, уртаса киңлеге —1,3 м, уртаса бейеклеге —2 м, тәрәнлеге —18 м, майҙаны— 2 мең кв.м, күләме— 4 мең куб.м.
Мәмерйәгә инеү урынынан төньяҡ йүнәлештә киткән 50 м оҙонлоғондағы юл ауыҙға алып бара. Көньяҡ-көнсығыш йүнәлештәге 25 м оҙонлоғондағы юл— Алғы ҡыуышлыҡҡа алып бара.
Алғы ҡыуышлыҡтың оҙонлоғо —30 м, киңлеге —10 м, бейеклеге— 4 м. Унан 20 м тиклем оҙонлоҡта һигеҙ юл тармаҡлана.
Инеү урынынан 25 м алыҫлыҡта ауыҙ киңәйеп диаметры 7 м, бейеклеге 2 м-ға тиклем булған Ҡунаҡ бүлмәһе ҡыуышлығына алып сыға.
Түбәләге тар ярыҡ бейеклеге —8 м, оҙонлоғо —15 м, киңлеге 5 м-ға тиклемге Аш бүлмәһе ҡыуышлығына алып бара.
Ҡыуыштың көнсығыш стенаһындағы оҙонлоғо 25 м юлдар диаметры — 15 м, бейеклеге 12 м емерек Тамсылы ҡыуышына күсә.
Ҡыуыштарҙа һауа температураһы йәйен 5°С. Ҡышын мәмерйәнең көньяҡ өлөшө туңа.
Читайте нас: