+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
5 Февраль 2021, 12:37

КҮҢЕЛЕНДӘ МОҢ ЙӨРӨТКӘН БАЛА ҺИҘГЕР БУЛА

Һәр бала – үҙе бер шәхес. Ул фекерләй, уйлай, теләген белдерә, булған һөнәрен күрһәтергә, өлкәндәргә оҡшарға тырыша. Һәр кескәйҙең тәбиғәттән бирелгән, нәҫелдән күскән һәләте лә була. Уны үҫтереү өсөн бар тырышлыҡты һалыу мөһим.

Музыка кешенең күңелен уята, ауырлыҡты еңеләйтә, матурлыҡты күрергә өйрәтә. Күңелендә моңо булған бала һиҙгер, отоп алыусан, иғтибарлы була. Йырға һөйөү тәрбиәләү баланың ата-әсәһенең, ҡартатай-өләсәйҙәренең сабыйҙы сәңгелдәктә йырлап йоҡлатыуынан, уға төрлө һамаҡ, таҡмаҡ өйрәтеүенән башлана. Һәр әсә балаһының бәхетле, төрлө яҡлап һәләтле булып үҫеүен теләй. Кескәйҙә йыр-моңға ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн дөрөҫ уйынсыҡтар һайланыуы ла мөһим роль уйнай. Төрлө тауыш сығарған уйынсыҡтар өндәрҙе айырырға өйрәтһә, көй яңғыратҡаны моңдарҙы айырырға өйрәтә. Хәҙер сауҙа нөктәләрендә бындай әйберҙәр бик күп. Шулай ҙа уйынсыҡ музыка ҡоралдары баланың йыр-моң һәләтен үҫтерәсәге хаҡында онотмағыҙ. Шулай уҡ кескәйҙәрҙе йырлы бейеүҙәр, уйындар менән ҡыҙыҡһындырыу мөһим.
Баланың тәрбиәле, инсафлы һәм тәүфиҡлы булып үҫеүенә ата-әсәнең сәңгелдәк йыры, һөйөүе, моңо, йылы хис-тойғолары булышлыҡ итеүен хәтерегеҙҙән сығармағыҙ.

Баймаҡ ҡалаһы
Йондоҙло балалар баҡсаһының
музыка етәксеһе Тойғонова Әлиә Юлай ҡыҙы
Фотола Айҙар Тойғонов(архивтан алынды) һәм Йондоҙло балалар баҡсаһы тәрбиәләнҽүсҽләрҽ.
Читайте нас: