Бәләкәй артистар Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәил Лоҡманов һәм Лиана Лоҡманова етәкселегендәге "Торатау" балалар халыҡ бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләнә. Айбулат дүрт йәштән бейей башлаһа, Раушания ҙур сәхнәгә хатта өс кенә йәшендә сыға. Бейеүҙән тыш Айбулат пианинола уйнарға өйрәнә, велоспорт менән дә шөғөлләнә, ҡаланың Ж.Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһында белем ала. Раушания иһә әле шулай уҡ башҡорт рухлы 62-се балалар баҡсаһына йөрөй, бейеүҙән тыш профессиональ рәүештә конькиҙа шыуырға йөрөй.