+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
2 Февраль 2021, 13:05

ЙӘШ ИРЕКМӘНДӘР

Ейәнсура районы Муйнаҡ мәктәбенең 5, 6, 7- се кластары уҡыусылары өлкән быуын кешеләренә ҡар көрәүҙә ярҙам итте.#ТимурКомандаһы#Ирекмәндәр#Изгелек

Малайҙар һәм ҡыҙҙар уҡытыусылары менән бергәләп, ауылдаш инәй-олатайҙарының йорт алдарын һәм ҡыйыҡтарын ҡарҙан таҙартышып, рәхмәттәр алды. Афариндар икән үҙҙәре! Яҡшы уҡырға ла, өлкәндәргә ярҙам итергә лә өлгөрәләр!
Читайте нас: