Мин ҡышҡы каникулда тыуған илебеҙҙең баш ҡалаһы – Мәскәүҙе күрергә барҙым. Был минең баш ҡалаға беренсе сәйәхәтем. Самолета ултырғас та, үҙем ҡанатланып осҡандай булдым. Шундай бөйөк, матур ҡаланы тиҙерәк күргем, уның иҫтәлекле урындары менән танышҡым килде.
Беҙ унда Ҡыҙыл майҙанды, Ленин мавзолейын, төрлө матур тарихи һарайҙарҙы күрҙек. Ҡаланан 56 километр алыҫлыҡта урынлашҡан “Патриот” паркынан ла барҙыҡ.
Миңә шулай уҡ, “Оптик көҙгөләр” музейы айырыусы оҡшаны. Төрлө ҡыҙыҡлы диңгеҙ балыҡтары: скаттар, акулалар, касаткалар, һигеҙаяҡтары булған Мәскәү аквариумын да барып ҡарарға мөмкинселек булды. Һыу аҫты донъяһы менән ҡыҙыҡһынып таныштым.