-5 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
29 Ғинуар 2021, 12:00

КЕСКӘЙ БАШҠОРТТОҢ МИЛЛИ КЕЙЕМЕ ОЛОЛАР КЕЙЕМЕНӘН НИМӘҺЕ МЕНӘН АЙЫРЫЛА?

Тап бына ошо һорауыбыҙға яуап биргән “Аҡбуҙат”тың бөгөнгө ҡунағы - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Селтәр” башҡорт халыҡ кейеме студияһы етәксеһе Гөлгөнә Баймырҙина.Әлеге ваҡытта ошо студияның хеҙмәткәре Гөлнара Шафиҡова Борай районының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында оҫталыҡ дәрестәре алып бара.

Ғөмүмән, балаларҙың милли кейеме бесеүе, тегелеше менән өлкәндәр милли кейемдәренең үҙенсәлеген һаҡлай, шулай ҙа уларҙың үҙенә күрә айырмаһы ла бар. Кескәй балаларға күҙ теймәһен, төрлө яманлыҡтарҙан һаҡлап торһон өсөн бетеүҙәр, елкә соҡорон ҡаплап торған арҡалыҡ, өйрәк-ҡаҙҙан алынған өлтөкәйҙәр тағылған. Шул уҡ ваҡытта ниндәй ҙә булһа байрам, туй ваҡыттарында йырлап-бейегән балаларға тәңкә баҫҡандар. Ислам дине ҡанундары, милли кейем үҙе яманлыҡтарҙан һаҡлаған.
Йәшәгән төбәктәргә ҡарап, төньяҡ-көнбайыш, көньяҡ-көнсығыш, Силәбе яҡтары милли кейемдәре малайҙарҙың, ир-егеттәрҙең елеткеләре, түбәтәйҙәре, билбауҙары тамбурлы, йәиһә геометрик сигеү менән бер-береһенән айырыла.
Быуындар бөйләнеше Тарихи фотоһүрәт. Борай районы.
Читайте нас: