+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
26 Ғинуар 2021, 10:50

УҠЫУ ТИҘЛЕГЕН ТИКШЕРЕҮ

Баймаҡ районы Күгиҙел башланғыс мәктәбе уҡыусылары быйылғы йылдың тәүге эш баһаларын аҡсалата алған. Нисекме? Был турала сайттан уҡып белерһегеҙ.

Башланғыс кластарҙан алып, һәр бала билдәле бер кимәлдә, тиҙлектә шыма итеп уҡый белергә лә бурыслы. Ғөмүмән, етеҙ, дөрөҫ, тасуири уҡыу, уҡырға өйрәтеү әҙәбиәт дәрестәренең тәүге мөһим талаптарының береһе. Уны, йәғни уҡыу тиҙлеген, 1 бала минутына күпме һүҙ укыуына ҡарап билдәләйҙәр. Ә беҙ, Күгиҙел башланғыс мәктәбе уҡыусылары менән билдәләп кенә китмәнек, ә быйылғы йылдың тәүге эш баһаларын аҡсалата алдыҡ. Нисекме? Уҡыусы бер минутта күпме һүҙ уҡый, шундай күләмдә аҡса алып ҡыуанды. Балаларҙың уҡыуға тиҙлеген арттырыу, ынтылышын күбәйтеү, күңелдәрен үҫтереү һәм эштәренең баһаһын күрһәтеү маҡсатында ойошторолдо был ярыш.
Читайте нас: