-3 °С
Ҡар
Танышыу Был баҡсаға йөрөй икән Игеҙәк ике ҡолон: -Иһа-һа-а-ай, - ти ҙә илайҙар,- Бирегеҙ беҙгә һоло. Һыйыр балаһы -быҙау бар, Сығып килә мөгөҙө, Ҡараҡай икән исеме, Ҡараҡай икән үҙе. Бар сыбар көсөк- Барыһынан көслө, Баҡыраҡ һарыҡ - Тамағы ярыҡ, Сипылдаҡ себеш - Селәүсен тибеш, Бәләкәй күркә - Бигерәк өркәк, Пипелдәк ҡаҙ, Кескәй бесәй, Бер өйрәк бар тағы ла. Текетеккә оҙаҡламай Иптәштәр ҙә табыла. |