Шифахана-курорт тармағын үҫтереү өсөн инвестициялар йәлеп итеү, уңайлы инвестиция мөхитен булдырыу зарур. “КРАСНОУСОЛ”, бальнеология шифаханаһы. Ғафури р‑нында, Аҡкүл т. юл ст. 36 км һәм Красноусол а. төньяҡ-көнсығышҡа табан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Климаты континенталь, ҡыш уртаса һалҡын (ғин. уртаса т‑ра −15°С), йәй йылы (июлдә уртаса т‑ра 20°С).