-3 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
23 Ғинуар 2021, 21:45

ШӘМСЕТДИН КҮЛЕ ҺӘМ МИНЕРАЛЬ СЫҒАНАҠТАР

ТӘБИҒӘТ ҠОМАРТҠЫЛАРЫ. Бөрө ҡалаһынан өс саҡрым алыҫлыҡта Ағиҙелдең һул яҡ ярында Шәмсетдин тигән күл бар. Ул йылғаның боронғо ағышының һаҡланып ҡалған боролма. Шәмсетдин күле ярында Бөрө ял йорто урынлашҡан.

Бөрө ял йорто янындағы ҡарағай урмандары ла тәбиғәт ҡомартҡылары иҫәбенә керә. Улар ҙа бик боронғо. 100—200 йыл йәшәгән ҡарағайҙар бар.
Уржум ауылы янында ике минераль сығанаҡ бар. Улар ҡыш көнө лә туңмай.Күлдең тирә-яғы бик матур. Ҡаланан дүрт саҡрым алыҫлыҡта Ағиҙел йылғаһы ярҙарында шифалы шишмәләр атылып сыға. Был шишмәләр бәләкәй генә йылғаға әйләнеп, Ағиҙелгә ҡоя һәм Бөрө минераль сығанаҡтары исемен алған
1915 йылда урмансы С. Я. Саломатин 1,62 га ергә имән үҫентеләре ултырттыра. Бөгөнгө көндә был имәнлек ғәжәп ҡиммәтле урманға әйләнгән. 1965 йылдан айырым һаҡлауға алына.
Уржум ауылы янында ике минераль сығанаҡ бар. Улар ҡыш көнө лә туңмай.
Читайте нас: