Боҙ өҫтөндә сәкән һуғыу,
Һис тә еңел түгел ул.
Хоккейсыны алға әйҙәй
Әле һуғылмаған гол,
Гол, гол, гол, гол
Әле һуғылмаған гол...
Уҡыусылар ғына түгел, мәктәп хеҙмәткәрҙәре лә һаулыҡты нығытыу һәм һаҡлауға йүнәлтелгән сараларҙа ихлас ҡатнаша.
Бөгөн мәктәп уҡытыусылары һәм уҡыусылары өсөн хоккей буйынса мәктәп турниры үтте. Иң бәләкәй мәргәндәр эләгә-тәгәрәй туп артынан йүгерһә, өлкәнерәктәр шайба һуҡты. Бер-бер артлы ҡапҡалар артында “ҡыҙыл ут ҡабыҙҙылар”, көйәрмәндәргә ҡабатланмаҫ тәьҫораттар бүләк иттеләр.
Балаларҙы саф һауала уйнатып, һаулыҡтарын нығытыуға, бер команда булып тупланырға өйрәтеүсе был сара - "Хәрәкәттә – бәрәкәт!" икәнен иҫбатланы.
-5 °С
Ҡар