+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
21 Ғинуар 2021, 10:30

ТАНЫШ БУЛАЙЫҠ - ДАНИЛ

Бик ҡыҙыҡһыныусан, егәрле егет!

Данил бәләкәй генә сағынан шиғырҙар ятлап, әкиәттәр тыңлап үҫкән. Шуға ла уның телмәре матур. Ҡурайҙа уйнарға ярата, һәр өйрәнгән халыҡ көйөнөң тарихын да ентекләп өйрәнә. Халыҡ ҡоралына, халҡыбыҙ тарихына һөйөүе уны быйыл Өфө ҡалаһының 7-се музыка мәктәбенең ҡурай класына уҡырға алып килгән. Хәҙер музыка серҙәренә ҙур ихласлыҡ менән өйрәнә.
Буш ваҡыттарында ағас таҡтаны көйҙөрөп (выжигание по дереву) матур һүрәттәр төшөрә, тутыйғоштар тәрбиәләргә, ҡоймаҡ ҡойорға ярата.
“Аҡбуҙат” журналы менән дуҫ. Үҙенең яратҡан авторҙары ла бар. Журналда баҫылған тиҫтерҙәренең шиғырҙарын уҡып, үҙе лә илһамланып шиғыр ижад итеп ҡараны.
Фатима Мостафина исемендәге Өфө ҡала башҡорт гимназияһының 5Б класы уҡыусһы Данилды “Тамыр” телеканалының “Байтус” тапшырыуында күрергә мөмкин. Ә өйҙәге шаянлыҡтарын әсәһе, Рәзилә Ырыҫҡужина яҙып бара.
Читайте нас: