+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
21 Ғинуар 2021, 18:10

ХАЖЫ МӘМЕРЙӘҺЕ, ҠУҠРАУЫҠ ШАРЛАУЫҒЫ

ТӘБИҒӘТ ҠОМАРТҠЫЛАРЫ. Хажы мәмерйәһе Ишембай районының Шиҙе йылғаһы ярында урынлашҡан.

Мәмерйә ҙур түгел, оҙонлоғо 120 метрҙан артмай. Унда сталактиттар, сталагмиттар һаҡланған. Тик улар ныҡ ыҫланған. Оҙаҡ ваҡыттар буйы бында кеше йәшәгәнлеге һиҙелеп тора.
Ҡуҡрауыҡ йылғаһында Ҡуҡрауыҡ шарлауығы бар. Уның бейеклеге 10 — 12 метр самаһы. Ә Ҡуҡрауыҡ йылғаһы үҙе Бикәҙе йылғаһына ҡоя. Һикәҙе лә бик үҙенсәлекле. Ағып килә бирә лә ер аҫтына инеп юғала, шунан тағы килеп сыға.
Читайте нас: