-3 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
20 Ғинуар 2021, 13:15

ВАҠ МОТОРИКАНЫ ҮҪТЕРЕҮГӘ УЙЫНДАР

Бала ни тиклем бармаҡтары менән күберәк эшләһә, шул тиклем уның телмәре тиҙерәк һәм яҡшыраҡ үҫешә. Был уйындарҙы ашарға бешергә арала уйнарға мөмкин. (Уйындарҙы Сибай ҡалаһының Бала үҫтереү үҙәге - “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопеды Айгөл Ураҙбаева тәҡдим итә)

“Тәрилкәлә ярмалар”. Ҙур, йәйенке тәрилкәгә төрлө ярмалар һалығыҙ, бала шуларҙы тотоп ҡарап айырһын, сағыштырһын.
“Матур биҙәктәр”. Пластилин менән ҡаты ҡағыҙҙы һылағыҙ. Балаға төрлө ярмалар бирегеҙ (дөгө, борсаҡ, тары һ.б.), балаға пластилинға йәбештереп ярмаларҙан ниндәй биҙәктәр эшләп булыуын күрһәтегеҙ, бергәләп эшләгеҙ.
“Банкалар”. Төрлө ҙурлыҡтағы банкалар алығыҙ, уларға ҡапҡастар һайлағыҙ.
“Экскаватор”. Бала алдына ике сынаяҡ ҡуйығыҙ. Береһенә ярма һалығыҙ, береһе буш булһын. Ҡалаҡ менән тулы сынаяҡтан ярманы алып икенсе сынаяҡҡа һалырға.
“Пипетка”. Балаға пипетка, һыу һәм боҙ өсөн формалар бирегеҙ. Бала пипетка менән һыуҙы ала ла формаларға һала.
“Рәссам”. Йәйенке тәрилкәгә манный ярмаһы һалығыҙ. Бала бармаҡтары менән ярмала һүрәттәр эшләй.
“Скульптор”. Балаға ҡамыр бирегеҙ. Әйҙә ҡамырҙан төрлө әйберҙәр әүәләһен!
“Муйынсаҡ”. Балаға оҙон шнур һәм эре макарондар бирегеҙ. Шнурға макарондарҙы кейҙереп муйынсаҡ эшләһен.
Читайте нас: