+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
19 Ғинуар 2021, 14:15

ТЕЛМӘРҘЕҢ ГРАММАТИК ТӨҘӨЛӨШӨН ФОРМАЛАШТЫРЫУ ӨСӨН УЙЫНДАР

Аш бүлмәһендә ашарға бешергән арала уйнап ала торған уйындарҙы Сибай ҡалаһының Бала үҫтереү үҙәге - “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопеды Айгөл Ураҙбаева тәҡдим итә.

“Һут әҙерләйбеҙ Кишерҙән һут…(кишер һуты), алманан һут…(алма һуты) һ.б.
Ә һуңынан киреһенсә: әфлисун һуты нимәнән эшләнгән?(әфлисундан)…
“Икәүҙән берәү”. Баланы ике һүҙҙән – исем менән ҡылымдан бер һүҙ яһарға өйрәтегеҙ (саң һура – саң һурҙырғыс, ит үткәрә – ит үткәргес, һут һыға – һут һыҡҡыс…)
“Берәү - күп”. Һүҙҙәрҙе һеҙ берлектә әйтегеҙ, ә бала күплек һанда әйтһен (сынаяҡ – сынаяҡтар, ҡалаҡ -ҡалаҡтар, өҫтәл – өҫтәлдәр…)
“Нимә ҡайҙа йәшенгән?” Балаға “йәшенгән” әйберҙәрҙе табырға тәҡдим итегеҙ: кәстрүлде, ултырғысты, тәрилкәне… Баҡһаң, ҡалаҡ шкаф эсендә икән, ултырғыс өҫтәл аҫтында, сәнске тәрилкә эргәһендә һ.б. Ә стенала нимә эленеп тора, һыуытҡыстың эсендә нимә бар, шкаф аҫтында нимә ята, өҫтәл эргәһендә нимә тора?
Читайте нас: