+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
18 Ғинуар 2021, 11:40

ХЫЯЛЫ - БАШҠОРТ ВАЙНЕРЫ ҺӘМ ТИКТОКЕРЫ БУЛЫУ

Искәндәрҙе күптәр танығандыр ҙа инде? Эйе, ул "Сәңгелдәк" ташырыуын алып бара. Ә быйыл "Ҡусҡар" фильм-әкиәтендә төп ролде уйнаны! Уңған егетебеҙ тағы нимәләргә оҫта икән? Һәм ниндәй вайн төшөргәндәр икән? Барыһы тураһында ла сайтта белерһегеҙ))

Искәндәр Һиҙиәтовҡа алты йәш. Ул өс йәшенән "Тамыр" балалар каналында "Сәңгелдәк" тапшырыуын алып бара, "Ҡусҡар" фильм-әкиәтендә төп ролде уйнаны. Камера менән дуҫ малай тормошта ла вайндар өсөн төрлө темалар уйлап сығарырға ярата.

Уның Инстаграм селтәрендәге сәхифәһенә яҙылып (iskandergidiatov) бөтә вайндарын да ҡарап, танышып барырға мөмкин.
Искәндәр киләсәктә танылған башҡорт вайнеры һәм тиктокеры булырға хыяллана.
Хыялдары тормошҡа ашып, үҙ телебеҙҙә матур-матур видеолар төшөрөргә яҙһын! Уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: