+16 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
18 Ғинуар 2021, 14:15

АШ БҮЛМӘҺЕНДӘ УЙНАР ӨСӨН УЙЫНДАР

ҺЕҘҘЕҢ БАЛАҒЫҘ НИМӘ МЕНӘН ШӨҒӨЛЛӘНЕРГӘ БЕЛМӘҺӘ, Ә ҺЕҘГӘ АШАРҒА БЕШЕРЕРГӘ КӘРӘК БУЛҺА, АШ БҮЛМӘҺЕНДӘ УЙЫНДАР УЙНАП АЛЫРҒА МӨМКИН.(Уйындарҙы Сибай ҡалаһының Бала үҫтереү үҙәге - “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопеды Айгөл Ураҙбаева тәҡдим итә)

1.Һүҙлек запасын байытыу өсөн уйындар
“Аш бүлмәһендә һүҙҙәр эҙләү”. Борщ эсенән ниндәй һүҙҙәр “тартып” сығарырға була икәнен уйларға һәм әйтергә тәҡдим итегеҙ(сөгөлдөр, кәбеҫтә…). Ә винегреттан? Һыуытҡыстан? Плитәнән? Шкафтан?..
“Һыйлайым”. Бала “тәмле” һүҙ әйтә һәм һеҙҙең усығыҙға һала, шунан һеҙ – уға, һәм шулай бөтә нәмәне “ашап” бөткәнсе уйнайһығыҙ. “Тоҙло”, “әсе”, “һыуыҡ” һ.б. һүҙҙәр менән уйнарға була.
“Күҙеңде йом – ауыҙыңды ас”. Бала йомоҡ күҙҙәре менән әсәй уның ауыҙына ниндәй киҫәк һалғанын әйтергә тейеш (һутлы, әсе, татлы, тәмле…), ә шунан ул был нимә икәнен әйтә (лимон).
“Һүҙҙәрҙе тап”. Әсәй балаға тик һауыт-һабаларҙы, тик емеш-еләктәрҙе, тик йорт йыһаздарын ғына әйтергә тәҡдим итә (ҡатмарлыраҡ эш ҡушырға була: тик һөт аҙыҡтарын, ит аҙыҡтарын әйтергә).
“Ни өсөн кәрәк?” Ҡырғыс, кәстрүл, тоҙ һауыты һ.б ни өсөн кәрәклеген баланан һорағыҙ йәки аңлатығыҙ.
Читайте нас: