Йүгерешеп килеп ингән Камил менән Шамил ашыға-ашыға юл моҡсайҙарын йыя башланы.
– Бәй, бәәәй, ни булды? – тип аптыраған әсәһенә баш та ҡалҡытмай:
– Әсәй, беҙ иртәгә Белорет районына Ирәкташҡа барабыҙ. Бөгөн сәйәхәтселәр клубында иғлан иттеләр, – тине Камил.
Ниндәй Ирәкташ ул тағы? Һеҙ бит әле, бәләкәй, ун йәш кенә. Мин риза түгел! Атайығыҙ ни әйтер? Шунан көнөндә генә әйләнеп ҡайтып етә лә алмаҫһығыҙ, ул бик алыҫ юл? Ә ололар нисә кеше бара? – Борсолма инде, әсәй, ике көнгә барабыҙ! – тине Шамил, ике бармағын күрһәтеп. “Ә ололар беҙгә ҡарағанда икеләтә күберәк, етәкләшеп тигәндәй йөрөйәсәкбеҙ”, – тип һүҙен дауам итте ул.
– Эйе, палаткалар ҡуйып, усаҡ яғасаҡбыҙ, – тине Камил өҫтәп.
– Усаҡ, палатка өсөн генәме, яҡыныраҡ урын бөткәнме ни һеҙгә? Ана, Ағиҙел ярында ла матур ерҙәр бихисап.
– Юҡ инде, әсәй, беҙ бит иииң матур тауҙарҙың береһенә – Ирәкташҡа барабыҙ. Ул көньяҡ Урал төбәгенә ингән тау һырттары – бейек-бейек ҡая остары. Береһенән-береһе ослораҡ, гүйә һаҡта, теҙелешеп торған һалдаттар кеүек, – тине Камил.
– Ана, атайығыҙҙың да ялы тура килә, улай булғас уны ла саҡырығыҙ. Һеҙгә күҙ-ҡолаҡ булыр. Уйланыбыраҡ торҙо ла: “Әллә мине лә үҙегеҙ менән алаһығыҙмы?” – тип йылмайып ҡуйҙы.
– Ярай, беҙ ҡушҡуллап риза, урра! – тип, ҡысҡырышты малайҙар. Шамил: “Әсәй, әсәй, унда йәшәгән халыҡ һөйләүенсә, имеш, Ирәкташ, изге тау – Ирәмәл менән Ямантау тауҙарын икеһен ике яҡҡа айырып уртаһында тора, ти. Гүйә, ул, яҡшылыҡ менән яманлыҡтың һағында! Үәт, сәйер күренеш! Тиҙерәк үҙ күҙҙәрең менән күрергә ине.
– Эйе, эйе, әсәй, сәйәхәтселәр урыҫ телендә, уның тештәр кеүек тырпайышып теҙелеп торған осло ҡаяларын күреп “Инзерские зубчатки” тип йөрөтәләр икән, – тине Камил, һүҙҙе эләктерә һалып. – Был дөрөҫ түгел, әсәй! Ул һис тә “Инйәр тештәре” түгел, ә Ирәкташ!
– Быларҙың барыһын да ҡайҙан белдең, улым? Үҙең уҡыныңмы, әллә берәйһе һөйләнеме?
– Һуң, әсәәәй, беҙ бит сәйәхәтселәәәр! Ҡайҙалыр барыр алдынан, иң беренсе, беҙ күп итеп мәғлүмәт алырға тейеш! Энциклопедиянан ҡараныҡ, уҡыныҡ, таныштыҡ, клубта ла аңлаттылар!
– Ирәкташҡа саҡлы ерҙәр – Тирлән яғы тип атала. Был ерҙәрҙә башҡорт халыҡ эпосы “Урал батыр” барлыҡҡа килгән. Һәм уның төп геройы – Урал батырға бәйле хәлдәр ҙә шунда һүрәтләнгән, – тип, етди йөҙ күрһәтеп, белгес һымаҡ теҙеп алып китте Шамил.
Бик күпте белгән игеҙәктәр әсәләрендә ҙур ғорурлыҡ хисе уятты. Гүзәл улдарына һоҡланып: “Йәгеҙ, малайҙар, улай булғас йылы кейемдәр әҙерләйек. Төндәр һалҡын, – тип, әйберҙәр ҡарай башланы.
Үҙҙәренең ниәтенә ҡаршы төшмәй ыңғайлаған әсәһенә, Камил: “Барыһын да һөйләп бөтмәнек әле, әсәй, ҡалғанын үҙең барғас күрерһең, йәме, “во” тип, баш бармағын өҫкә сөйҙө.
Ә Шамил әсәһенә күҙ һирпеп кенә: “Бәлки, берәй ваҡыт Ирәмәлгәәә лә барырбыыыҙ”, – тип Камилға күҙ ҡыҫты.
Ирәк – киртләс, ырғаҡ һымаҡ тигән мәғәнәне аңлата. Тире тарттыра торған ҡулайлама ла шулай тип атала.