+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
16 Ғинуар 2021, 10:30

ҺЫНАМЫШТАР

Халҡыбыҙ элек-электән тәбиғәтте, һауа торошон күҙәтеп барған, һығымталарын яһаған. Халыҡ юрауы һынауына иғтибар итәйек әле...

* Ғинуар ҡарһыҙ, һалҡын булһа, йәй ҡоро, эҫе килер.
* Был айҙа ағас ботаҡтары боҙланып ҡатып торһа – емеш-еләк, сәтләүек муллығына.
* Йыл башы буранлы, ҡарлы икән, ямғырлы йәйҙе көт.
* Ғинуарҙа боҙбармаҡ күп булһа — мул уңышҡа.
* Йыл башында көндәр йылы торһа, арыш уңыр.
* Ғинуарҙа ҡар күп икән – иген муллығына.
* Был ай ҡоро, һалҡын булһа, иртә яҙҙы көт.
* 20 ғинуарҙа һыуыҡ икән, йәй эҫе килер.
* 24 ғинуарҙа ағастар бәҫ менән ҡапланһа – ямғырлы йәйгә.
* Мейестә утын шартлап яна икән, ҡаты һыуыҡтар булыр.
* Урман шаулаһа, һыуыҡтарҙың оҙаҡ торасағын көт.
* Ҡыҙылтүш сырҡылдаһа, көндәр йылыныр.
* Ҡаҙ һыңар аяғында баҫып торһа, ҡаты һыуыҡтар килер.
* Ғинуарҙа тумыртҡа туҡылдаһа, яҙ иртә килер.
Читайте нас: