-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
15 Ғинуар 2021, 10:44

ТИҘӘЙТКЕСТӘР

Кешенең ҡулдарына, аяҡтарына, тәненә генә түгел, телдәргә лә күнегеүҙәр бар, улар - тиҙәйткестәр. Тиҙәйткестәр ауыр бирелгән өндәрҙе дөрөҫ әйтергә ярҙам итә. Балаларға ғына түгел, өлкәндәргә лә көнөнә бер тапҡыр булһа ла шәп итеп әйтеп алыу файҙалы. Үҙегеҙ белгән тиҙәйткестәрҙе яҙып ҡалдырығыҙ!

♦ Ҡарамалының ҡара малайына сана ҡарамалатырға биргәйнем. Ҡарамалының ҡара малайы сананы ҡарамаланы микән, ҡарамаламаны микән. Ҡарамалының ҡара малайы сананы ҡарамалаһа ла, ҡарамаламаһа ла алып ҡайт. Ҡарамаланың ҡара малайы сананы ҡарамалаһа киләһе йыл Ҡарамаланың ҡара малайына сананы ҡарамалатырға тағы бирербеҙ.
♦ Күпер башында күк күркә,
Күк күркәнән кем ҡурҡа?
♦ Таҡта ҡаҡма, ҡапҡа ҡаҡ,
Ҡапҡа ҡаҡма, тотҡа ҡаҡ.
♦ Һалҡын һыулы Һаҡмарҙа һайрай һары һандуғас.
♦ Шакирҙың шары
Шарт-шорт шартланы,
Шакир шуға шаңҡып,
Шып-шым ғына шаҡ ҡатты.
♦ Һеҙҙең Зөфәр бөҙрә булһа, Беҙҙең Зөһрә лә бөҙрә.
♦ Беҙҙең үгеҙебеҙ үҙебеҙҙеке, мөгөҙө үгеҙебеҙҙеке. Беҙҙең үгеҙегеҙ үҙегеҙҙекеме, мөгөҙө үгеҙегеҙҙекеме?
♦ Мейес башында биш. бесәй,
Биш бесәйҙең биш башы,
Биш бесәйҙең биш башына,
Емерелмәһен мейес башы.
♦ Ары ла лап-лап, бире лә лап-лап, һөңгө һаплап, кейеҙ ҡаплап, лап-лап-лап.♦
Читайте нас: