+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
14 Ғинуар 2021, 18:05

"ШАЯН ҠАР" БӨРТӨКТӘРЕ

221-се Башҡорт балалар баҡсаһының уртансылар төркөмө “Шаян ҡар” тигән тәжрибә яһанылар. Кескәйҙәр ҡарҙың үҙенсәлектәрен ҡыҙыҡһынып өйрәнде, уның ниндәй торошҡа инә алғанын күҙәтте.

Ҡар яуғанын күҙәтеп тороуы шул тиклем күңелле. Ҡар бөртөктәре бер-береһен ҡыуышып,ҡайһылары етәкләшеп ергә килеп төшәләр. Һуңынан үҙҙәре ҡыҙыҡһынып кешеләрҙе, йәнлектәрҙе күҙәтә башлайҙар.
Тәжрибә өсөн төрлө формалар әҙерләнде, бер нисә һыулы һауытҡа буяуҙар һалынды. Артабан төҫлө һыуҙарҙы матур формаларға һалып туңдырҙыҡ. Тәрбиәләнеүселәр ҡышҡы һыуыҡта һыуҙың нисек төҫлө боҙға әйләнгәненә һоҡландылар.
Читайте нас: