+4 °С
Болотло
VK
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
13 Ғинуар 2021, 22:05
Айым ИЛҒЫУАТОВА, Ф. МОСТАФИНА ИСЕМЕНДӘГЕ 20-СЕ ӨФӨ ҠАЛА БАШҠОРТ ГИМНАЗИЯҺЫ УҠЫУСЫҺЫ
ӨЛӘС КИЛГӘН ҠУНАҠҠАӨләс килгән ҡунаҡҡаӨс көн беҙҙә ҡунмаҡҡа!Һөйөнсө! Һөйөнсө!Күстәнәстәр йөкмәп килгәнМиңә – тәмлетамаҡҡа!
Сәтләүектәр, “әтәсүктәр”,
Ҡорот, һөт, май, эремсек.
Әйҙә, беҙгә инеп сыҡ,
Майҙан ауыҙ итеп сыҡ!
Төйөнсөктәремде йыйҙым –
Сығырға торам юлға.
“Юл алдынан ултырайыҡ,” –
Өләсәй уҡый доға.
Имен генә йөрөгөҙ, ти
Уң булһын сәфәрегеҙ.
Мин әбейгә килеп торһон
Тик изге хәбәрегеҙ!
Доғаларҙың тылсымылыр –
Гелән уңды юлдарым.
Өләсәй юҡ...
Мин һағынам
Амин тотҡан ҡулдарын...
Читайте нас: