ПРИЧЕСКА ӨЛГӨҺӨ
Ҡыҙҙар - сәскә кеүек. Сағыу, биҙәкле күлдәктәр, матур бантиктар... Әммә был бер осор ғына. Тиҙҙән кейемде лә үҙҙәре һайлай башлаясаҡ, сәстәрен дә һинеңсә үрмәҫ. Ә әлегә ҡыҙҙарыбыҙҙың тәмле, матур мәленең ҡәҙерен белеп ҡалайыҡ. Ҡупшыҡайығыҙҙың сәсен төрләндерергә прическа өлгөһө тәҡдим итәбеҙ.