Мөнир мәктәптән ҡайта ла урамға атыла. Әсәһенең :
— Улым, тамағыңа ашап ал, — тигән һүҙҙәрен ишетмәй ҙә. Иптәштәре менән туйғансы туп тибә. Арып, асығып ҡайтып керә. Дәрестәрен ҡарарға хәле лә булмай. Ятып йоҡлай.
Бөхтә, бишле менәнтулы, ғорур көндәлек бер нәмә лә аңламай. Хужаһы көн һайын уны асып, дәрестәрен әҙерләй торғайны. Һоҡланып туя алмаҫ ине бишлеләргә.
Иртә тороп,малай мәктәпкә ашыға.Уҡытыусы өйгә эштәрҙе тикшереп ҡарап сыға. Туп тибеүсенең дә тырышлығын “ҡойороҡло биш” менән билдәләй. Һәр дәрестә ҡабатлана был хәл.
Икелеләр өҫтәлгән һайын көндәлек ҡыҙарып бүртенә,асыуы килә. “Бер көндә мине бысратты, йыйған бишлеләрҙе юҡҡа сығарҙы”, — тиеп үпкәләй.Мөнир менән башҡа мәктәпкә йөрөмәҫкә була.
Ҡыңғырау тауышын ишеткәс, ауыр һулап,икеле менән тулған көндәлеген ҡулына ала уҡыусы. Шул ваҡыт, әсә теленән алған йәмһеҙ билдә күҙен ҡыҫа ла, телгә килә: “Ҡайғырма! — Юҡҡа башыңды ватма! Һәр саҡ шулай бул!” Шунан һикереп төшә лә уҡыусының елкәһенә үк менеп ултыра.
— Минең менән дуҫ булһаң, бер генә лә бошонмай, рәхәт йәшәрһең, — ти.
Ҡурҡышынан көндәлеге ҡулынан төшөп китә малайҙың. Сығырға тип ҡуҙғалһа, икелеләр сат йәбешә.
— Ялҡауҙарға ’’ярҙам ҡулы ‘’ һуҙабыҙ, ә улар шыңшып ултырған була, — тип үсекләйҙәр, уҫаллашып. — Юҡ инде, дуҫҡай, беҙҙән еңел генә ҡотола алмаҫһың.
Башын түбән эйеп, өнһөҙ ултырған малай, көндәлеккәйәл булып китә. Ул булған асыуын онотоп, ярҙамға ашыға.
— Ебәрегеҙ уны, йәбешкәктәр! Иртәгә дәрестәр башланыу менән ҡотолор һеҙҙән, —ти.
Ә икеленең һис кенә лә ебәргеһе килмәй малайҙы. Һәм үҙенә ярҙамға берле билдәһен саҡыра.
Мин һиңә, икеле, булыша алмайым, Көндәлек мине яратмай, таяғымды ла баҫтырмай, — тип яуаплай теге. Тағы нимә уйлап табырға? Нисек эләктерергә?— тип, баш вата яуызҡай. Ярай, әтүһәң,көс һынашайыҡ. Бер көн эсендә ниндәй билдәнекөндәлеккә күберәк ҡуйғандар, шул еңәсәк, — ти аптырап. Шунда уҡ: “Беҙ дүртәү”,— тип һөрән һала үҙе. “Бишле”бишәү булып сыға. Яҡшылыҡ билдәһе еңә. Ә Көндәлек, шатлығынан: Бар, эҙең дә булмаһын! —тип, ҡыуа икелене, ә теге һаман да нығыраҡ йәбешә, Мөнирҙән ярҙам һорай. Үҙ хатаһын аңлай малай.“Башҡа бындай бәләгә тарымаясаҡмын”, — типһүҙ бирә үҙ-үҙенә.
Мәктәптән ҡайта лаөйгә эштәрен әҙерләргә ултыра. Һуңынан уйнап та ала. Иртәгәһен һәр дәрестә ҡул күтәреп яуаплай.
Ә Көндәлек “бишле”ләрҙе тултыра ла, алсаҡ йылмайып, Мөнирҙең ҡулын ҡыҫа.