Беренсе ял көнөндә үк тәрбиәсе Әлиә Ишмырҙа ҡыҙы Zoom аша хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында онлайн- дәрес- инструктаж( уйын формаһында) уткәрҙе. Балалар әүҙем ҡатнашып ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрҙөләр. Артабанғы ял көндәрендә шул ҡағиҙәләрҙе иҫтә тотоп яҡшы ял иттек.
Ата- әсәйҙәр менән берлектә «Тағараҡ эшлә һәм ҡоштарҙы һыйла!»акцияһында ҡатнаштыҡ. Һәр төрлө материалдан бик матур тағараҡтар эшланек. Балалар ихлас ҡыуанып ҡоштарҙы һыйланылар.
Икенсе көн «Сәләмәт тәндә- сәләмәт рух» девизы аҫтында үтте. Ул көндө балалар саф һауала ял иттеләр: кемдер саңғы, коньки шыуҙы, кемдер тауҙан елдерҙе.
Шулай уҡ балалар менән бергәләп Башҡортостандың юл хәрәкәтенең йәш инспекторҙары ойошторған
# "Юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре ритмында!"тигән челленж- марафонда ҡатнаштыҡ. «Юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренең ял көнөдәре юҡ!» - тигән девизы аҫтында үтте: шиғырҙар һөйләнек, һүрәттәр төшөрҙөк. Марафон һөҙөмтәһен ошо һылтанма аша ҡарай алаһығыҙ.
https://vk.com/wall-189590235_7930 Бәләкәстәр атай-әсәйҙәре менән берлектә Республикабыҙҙа иғлан ителгән
#Өмә акцияһынан да ситтә ҡалманылар. Йорт тирәһен ҡарҙан таҙалап, ҡартатай-ҡәртәсәйҙәргә ярҙам итеп тирә- яҡта таҙалыҡ булдырыуға үҙ өлөшөн индерҙеләр.
Оҙайлы яңы йыл ял көндәре беҙҙең төркөм балалары өсөн бик файҙалы һәм иҫтә ҡалырлыҡ булып, үтеп тә китте. Ата-әсәләр менән бергә уйнаған күңелле, мауыҡтырғыс уйындар туҡтамаһын, артабан да ихлас көлөүҙәр тынмаһын, балаларҙың йөҙөндәге йылмайыу, шатлыҡ сатҡылары һунмәһен!
Хәйбулла районы Аҡьяр ауылы "Йәйғор" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Сәлимова Әлиә Ишмырҙа ҡыҙы.