Ҡурсағым ҡупшыҡайым.
Ҡурсағыма матур итеп
Әсәй текте күлдәкте.
Толомонда сәс үрмесе,
Тәңкә тағып күрһәтте.
Балитәкле күлдәгенә
Әсәй һалған таҫмалар.
Ынйы-мәрйен селтәре лә,
Биттәре-пар алмалар.
Алһыу йөҙө балҡып тора,
Ап-аҡ яулыҡ бәйләгәс.
Ҡулдарымда йоҡлап китте,
Бишек көйөн көйләгәс.
Рәйлә Хисмәтуллина
Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл районы Ҡыҙыл ауылы.