Михайловка ауылында урынлашҡан был спортсылар үҙәге билдәле биатлонсы Максим Чудов башлап йөрөгән урын. Балалар ҡышын саңғыла йөрөһәләр, йәй көндәрен йүгереүгә өҫтөнлөк бирә, шулай уҡ башҡа төрлө күнекмәләр эшләй һәм ярыштарҙа ҡатнаша. "Биатлон менән 6 йәштән шөғөлләнә башланым. Унда мине атай-әсәйем алып килде. Бөгөнгө көндә мин 12 саҡырым алыҫлыҡҡа йүгерәм" - ти, Өфө ҡалаһының Затон биҫтәһендә йәшәгән Артем Әйҙәтуллов. Хәҙер инде 6 йәшлек һеңлеһе Аделина ла ағаһы менән бергә шөғөлләнә.