+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
5 Ғинуар 2021, 12:36

АҠ ТӨЛКӨ

Ҡыш көнө аҡ төлкө бигерәк ҡупшыға әйләнә, йомшаҡ, ҡуйы йөнө ап-аҡ, зәңгәр төлкөнөң йөнө иһә көмөш йә һорғолт була. Рәсәйҙә ул Төньяҡ Боҙло океан буйында, тундрала һәм урманлы тундрала йәшәй. Ҡышлауға Байкал буйына, Амур йылғаһының түбәненә, Финляндияның көньяғына күсә. Йәйгелеккә аҡ төлкө тунын алмаштыра һәм ҡуңыр төҫтәргә инә.


Башҡортостанда 1959 йылда Оло Тәләктә асылған Иглин йәнлекселек хужалығы була торғайны, ҡара төлкө, аҡ төлкө, шәшке һәм башҡа йәнлектәр үрсетелә ине. 2010 йылда ябылды. 2012 йылда Күгәрсен районында "Октябрь" йәнлекселек хужалығы асылғайны. 2017 йылға йылына 180 мең дана кеш (соболь), аҡ төлкө (песец), шәшке (норка), төлкө тиреһе етештерергә планлаштырғандар. Башҡортостан Хөкүмәте лә финанслауҙа ҡатнашҡан. Бөгөнгө көндә был предприятие ла банкрот.
Әле эшләп торғандарҙан Благовар районында эшҡыуар Марат Ҡадаевтың күптән түгел асылған аҡ төлкө питомнигы билдәле. Йыл башында уның фин тоҡомло 20-ләп баш аҡ төлкөһө булған. Эшҡыуар хужалығын үҫтерергә, тағы ла ҡара төлкө, шиншилла, шәшке үрсетергә йыйына.
Хәҙерге заман материалдары еңел, йылы кейем тегеү өсөн ҡулай. Экологтар ҙа йәнлектәрҙе кейем-һалымға тотоноуға ҡаршы көрәшә. Һөҙөмтәлә һорау кәмей. Күрәһең, шул сәбәптәр арҡаһында һуңғы йылдарҙа был тармаҡта эшләгән ҙур хужалыҡтар ябылғандыр.

"ЫСЫНМЫ?" төркөмөнән алынды.
Читайте нас: