+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
26 Декабрь 2020, 20:21

Зәйнәб Биишева исемендәге Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыларына афарин!

Иртә эстетик үҫеш бүлегендә кемдәр шөғөлләнә?

Зәйнәб Биишева исемендәге Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбе быйылғы уҡыу йылының икенсе сиреген яҡшы күрһәткестәр менән йомғаҡлай. Яңы йыл байрамы алдынан һәр төркөм уҡыусылары отчет концерты менән сығыш яһаны. Иртә эстетик үҫеш бүлегендә шөғөлләнгән бәләкәй ҡыҙҙар һәм малайҙар ҙа уңышлы сығыш яһаны. Был бүлеккә 4-5 йәштән ҡабул итәләр, бала мәктәпкә барғансы һүрәт төшөрөү, ритмика, хор, музыка серҙәренә төшөнөп, бер ни тиклем үҙен мәктәпкә әҙерләй. Әлеге һүрәттә ошо бүлектең 1-се класс уҡыусылары.

Флорида КӘРИМОВА.

Читайте нас: