+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
25 Декабрь 2020, 12:23

"Яңы йылды хәүҽфһҽҙ ҡаршы алайыҡ!"

Хәйбулла районы Аҡъяр "Йәйғор" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Рәсилә АСҠАРОВА ата-әсәләрҙе, балаларҙы юлдарҙа һаҡ булырға саҡыра

Республикала балаларҙың юл-транспорт хәл-ваҡиғаларына тарыуы киҫкен мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Бындай фажиғәләр айырыуса каникул осоронда, ял мәлдәрендә йыш күҙәтелә. Саф һауала уйнағанда, мәктәпкә, балалар баҡсаһына юлланғанда, ҡайтҡанда юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәү фажиғәгә илтеүе ихтимал. Эшкә ҡабаланып, йә ҡағиҙәләрҙе һанламай, машиналар геүләп торған юл аша йүгереп сыҡҡан ҡайһы бер ата-әсәләр ҙә балаға йыш ҡына насар өлгө күрһәтә. Ололарҙың был ҡылығы бала күңеленә “тимәк, ярай” тигән орлоҡ һала, битарафлыҡ арҡаһында меңләгән баланың ғүмере өҙөлә. Шундай күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн беҙ ата – әсәләр менән берлектә «Яңы йылды юл хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре менән ҡаршы алайыҡ” тигән конкурс иғлан иттек. Ата-әсәләр бик әүҙҽм ҡатнашты.Балар ҙа бҽргәләп эшләгән эштәрҽ мҽнән бик ҡәнәғәт булды. Юлдарҙа һаҡ булайыҡ!
Читайте нас: