"Уйламағанда Иҫке Туймазы мәктәбенең 2-се класс уҡыусыһы Мөхәмәтйәнова Камилланың Ҡыш Бабайға яҙған хатын бирҙеләр", - тип яҙа Рәмзин Әбсәләмов үҙенең Бәйләнештәге сәхифәһендә. Хатында ҡыҙыҡай ысын, тере ҡурайсы менән осрашырға теләүен белдерә. Рәмзин ҙур теләк менән Камилланың хыялын тормошҡа ашыра: уның менән күрешеп, ҡурайҙа уйнап ишеттерә. Ул ғына ла түгел, ҡыҙыҡайға ҡурай бүләк итә!