+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
24 Декабрь 2020, 13:37

2021 - Һыйыр (Үгеҙ) йылы

Был малҡай тураһында беҙ нимә беләбеҙ? Барыһын да сайттан уҡып белергә була.

Ни өсөн үгеҙ ҡыҙыл төҫтө яратмай?

Ысынында был улай түгел. Үгеҙҙәр ҙә, һыйырҙар ҙа төҫтәрҙе бик насар айыра. Уның асыуын күҙ алдында ҡапыл яһалған хәрәкәт, туҡтауһыҙ йылбырлап торған нәмәләр ҡабарта.

Ни өсөн үгеҙҙең танауына ҡулса кейҙерәләр?

Үгеҙ ҙур кәүҙәле һәм бик агрессив хайуан. Шуға ла ҡайһы берҙә кешегә уны тыңлатыуы бик ауыр. Әммә үгеҙҙәрҙең дә ауыртҡан урыны бар: күҙҙәре, ҡолаҡтары һәм танауы. Уларға баҫым яһағанда, тыңлатырға мөмкин. Танауындағы ҡулса үгеҙҙе бер урындан икенсе ергә күсергәндә лә ярҙам итә.

Ни өсөн үгеҙҙәр һәм һыйырҙар гел көйшәй?

Борон йүгергәндә улар бик тиҙ арыған. Дошманынан башҡа хайуандар кеүек тырнаҡтары менән дә, аҙау тештәре менән дә һаҡлана алмаған. Шуға ла ул йүгереп барған килеш үлән ҡабып тотошлай йотҡан да, тағы үлән эләктергән. Ә аҙаҡ, тыныста, йотҡан аҙығын кире сығарып, рәхәтләнеп көйшәгән. Шул ваҡыттарҙан уҡ уларҙың аш һеңдереү системаһы ҡатмарлы.

Үҙенсәлекле муйын төҙөлөшө арҡаһында үгеҙҙәр баҫҡыс буйлап менә лә, төшә лә алмай.

Боронғо славяндар һыйырҙы муллыҡ билдәһе тип, ә үгеҙҙе байлыҡ һәм көс билдәһе тип һанағандар. Һиндостандар өсөн һыйыр һәм үгеҙҙәр әле һаман изге хайуан.

Үгеҙҙәр - 15-20 йыл йәшәй. Ауырлығы 900 килограмға тиклем етергә мөмкин.

Коррида

Испанияла һәм ҡайһы бер башҡа дәүләттәрҙә коррида тип аталған көрәш үтә. Кеше менән үгеҙ алыша был көрәштә. Коррида бик боронғо көрәш төрө, уны боронғо Грецияла үткәргәндә. Көрәш аренала үтә. Беренсе өлөшөндә үгеҙҙе аренаға сығаралар һәм күҙ алдында ҡыҙыл сепрәк ялпылдатып, йәнен көйҙәрәләр, көрәшкә әҙерләйҙәр. Унан инде үгеҙ янына тореодор сыға. Үгеҙ менән алышыусыны шулай атайҙар.

Тореодор

Тореодор Испанияла бик билдәле һәм ихтирамлы кеше. Был һөнәргә 10 йәштән өйрәнә башлайҙар. Ғәҙәттә 18 йәш тирәһендә беренсе алышҡа сыға. Тамаша өсөн 5-6 кг торған махсус кейем кейә. 40 йәшкә тиклем көрәштәрҙә ҡатнаша ала. Әлбиттә, аренаға ябай үгеҙҙе сығармайҙар. Көрәш өсөн махсус үгеҙҙәрҙе әҙерләйҙәр.


Читайте нас: