+10 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
17 Декабрь 2020, 21:35

БАШҠОРТ ТЕЛЕНДӘ ҺӨЙЛӘШӘМ!

Башҡорт телендә һөйләшәм, Башҡорт телендә. Минең йәшәү тамырҙарым Башҡорт ерендә! Р. ШәкүрСибай ҡалаһының "Сулпылар" юалалар баҡсаһы.

14 декабрь көнө - Башҡорт теле көнө үткәрелде. Беҙҙең төркөм балалары ҡайһылары башҡорт кейемендә, ҡайһы берҙәре түшелдерек, сәсмәүерҙәр тағып килде. Уларға башҡорт кейемендәге Сәлимә, Мәҙинә һәм Айбулат исемле ҡурсаҡтар ҡунаҡҡа килеп инделәр, үҙҙәре менән таныштырып, йыр йырлап та ишеттерҙеләр. Хатта балалар менән бергәләшеп халыҡ уйындарын уйнанылар, ә аҙағынан Сәлимәнең камзулын биҙәнеләр. Балаларға бәләкәйҙән үҙ илеңә, үҙ ереңә, иң мөһиме, үҙ телеңә - башҡорт теленә ҡарата һөйөү, ихтирам тойғоһо тәрбиәләү бик зарур. Төркөмөбөҙҙөң ҡунаҡтары тағы ла осрашырбыҙ әле тип хушлашты.
Читайте нас: