Журналыбыҙҙың 11-се һанында "Йомшаҡ йомортҡа" тигән эксперимент баҫылып сыҡҡайны һәм беҙ балалар менән бергә уны эшләп ҡарарға саҡырғайныҡ. Моғайын, күптәрегеҙ эшләп ҡарағандыр, уксустың нисек итеп кальцийҙы "ашағанын" күҙәткәнһегеҙҙер.
Журналыбыҙҙың күптәнге, әүҙем дуҫы Гүзәл Мостафина ла был тәжрибәне эшләп ҡараған һәм видеоһын редакцияға ебәргән! Һеҙҙән дә фотолар һәм видеолар көтәбеҙ, дуҫтар!