Ул үҙенең өйҙәге эшен тамамлап, ҡыҫҡа аяҡтары менән саҡ килеп етеүгә һайыҫҡан табышын һанап ултыра, ти. Терпе үҙенә тун ҡалмағанын белгәс, түңгәккә ултырып, әсе итеп илап ебәргән. Уның һыҡтауына йәнлектәр һәм ҡоштар йыйылған, ти. Үҙ-ара кәңәшләшкәндән һуң, улар терпегә үҙҙәре тун тегеп бирергә булған, ти. Ҡоштар суҡыштары менән яҡын-тирәләге шыршыларҙан энәләр ташыһа, йәнлектәр уларҙан тун теккән. Шул саҡтан бирле терпеләрҙең тундары иҫ киткес матур булмаһа ла, бик ышаныслы, ти.