Журналыбыҙҙың 11-се һанын ҡулға алып, ентекләп уҡып сыҡтығыҙмы? Унда, күргәнһегеҙҙер,
“Йомшаҡ йомортҡа” тигән бер эксперимент бар. Бына ошо тәжрибәне күмәкләп үткәреп ҡарарға саҡырабыҙ.
Эксперимент һөҙөмтәһен фотоға йә видеоға төшөрөп, “Аҡбуҙат” төркөмөнә юллағыҙ!
Иң әүҙемдәр Гөлнара Мостафина апайығыҙҙың “Хәйерле иртә!” йәки “Искәндәр кисергәндәр” исемле китаптарын бүләккә алыр.
Һәм яратҡан журналығыҙға яҙылырға онотмағыҙ! Әйткәндәй, 3 декабрҙән 13-өнә тиклем ташлама
Тәжрибә өсөн 1 сей йомортҡа, стакан һәм уксус кәрәк була.
Тәжрибә оҙаҡ ваҡыт талап итә, шуға күрә иртәнсәк үк башлау отошло.
Йомортҡаны стаканға һалабыҙ һәм тултырғансы уксус ҡоябыҙ. Йомортҡаны әленән әле әйләндереп торабыҙ.
Уксусты йышыраҡ алышытырып торһаң, һөҙөмтәгә тиҙерәк өлгәшергә мөмкин.
12 сәғәтләп ваҡыт үткәс, йомортҡаны уксустан алабыҙ һәм кран аҫтында йыуабыҙ.
Йомортҡаның ҡабығы юҡҡа сыҡҡан булырға тейеш. Эзбиздән торған ҡабыҡты уксус “ашағас”,
йомортҡа эрзинкә тупҡа оҡшап, йомшаҡ булып ҡала, уны ярыһы ғына һаҡлап тора.