Йыш ҡына балағыҙҙың һеҙҙең менән уйнағыһы, шаярғыһы килә, ә һеҙ эштән һуң арығанһығыҙ,
ҡыл ҡыбырлатырлыҡ та хәлегеҙ юҡ. Шундай осраҡҡа уйындар тәҡдим итәбеҙ.
Диванда ятаһығыҙ. Балаға: “Мин - диван һаҡсыһы. Миңә яҡын килергә ярамай, юҡһа мин һине тотоп ашайым!” – тиһегеҙ.
Шунан һуң, яҡын килә башлаһа, “ррррр” тип ырылдап, тоторға итәһегеҙ. Балағыҙ ҡыуанып, сырылдай-сырылдай ҡасыр.
Иҙәнгә ятаһығыҙ һәм: “Мин – Бәһлеүән, миңә өй кәрәк”, - тиһегеҙ. Бала һеҙҙең тирәләй ҡул аҫтындағы уйынсыҡтарҙан,
кубик-конструкторҙарынан, түшәктәрҙән өй төҙөй.
Бала – табип, ә һеҙ – ауырыу. Диванда ятҡан килеш йә башығыҙ, ҡулығыҙ йә аяғығыҙ ауыртыуға,
тешегеҙ һыҙлауға, зарланығыҙ. Табип әйҙә һеҙҙе дауалаһын: укол һалһын,
ауыртҡан ерегеҙҙе бәйләһен, температурағыҙҙы үлсәһен һ.б.
Һеҙ – икмәк. Бала һеҙҙән бутерброд яһай: май һылай, өҫтөнә сыр киҫәге, салат япраҡтары, помидор, һ.б. нәмәләр һала.
Балалар фантазияға бай була, ниндәй уйынсыҡтар һалырға тиҙ үк уйлап табырҙар.
Һеҙ – ҡамыр. Бала оҙаҡ итеп төрлө яҡлап баҫырға тейеш. Унан табаға һалып, бешкәнен көтә. Ваҡыты-ваҡыты менән:
“Бәлеш бештеме?” тип һорай. Һеҙ: “Юҡ әле”, - тип яуап бирәһегеҙ.