+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
24 Ноябрь 2020, 12:00

ӘСӘЙЕМӘ

Етеп килгән әсәйҙәр көнөнә әсәйҙәр тураһында йыр өйрәнәйек!

1. Сәстәремдән һыйпап әсәй
Уята иртәләрен.
Һәр саҡ шулай әсәйемдең
Теләйем иркәләүен.
2. Маңлайымдан үбеп әсәй
Яратып һөйә мине.
Гел генә яндарымда
Әсәйем булһа ине.
3. Был донъяла һинән дә
Кешем юҡ ҡәҙерлерәк.
Һин булғанда юҡтыр ул
Минән дә бәхетлерәк.
4. Әсәйемдең ҡул йылыһы
Иретә йәндәремде.
Әйтеп бөткөһөҙ әсәмә
Мең рәхмәт һүҙҙәремде.
Читайте нас: