+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
22 Ноябрь 2020, 19:15

ХАЛЫҠ-АРА УЛДАР КӨНӨ!

Уллыларҙы, уланлыларҙы һәм ейәнлеләрҙе ... ҡотлайбыҙ!Уллы булыу ― үҙе бер ғорурлыҡ. Улдарыбыҙ гел шулай ғорурлыҡ тойғоһон ғына уятып торһон! Хоҙайҙан насип булып тәүфиҡлы иманлы булһындар. Илап-ебеп тормай, егет булып өлгөрөп, типһә тимер өҙөрлөк ир булып үҫһен беҙҙең малайҙар. Беҙгә терәк, илгә кәрәк булһын һәр саҡ улдарыбыҙ!

ЭЙ, КҮҢЕЛЛЕ БАЛАСАҠ!
Һикерә, уйнай янда малай,
Йүргәктән сыҡҡандыр саҡ?!
Һис тиктормаҫ, саба, елә,
Әйтерһең дә, ҡолонсаҡ.
Остан-осҡа туптай оса,
Тотоп өлгөрәләр саҡ.
Көлә-көлә ҡабат елә,
Ҡалай шаян, уйынсаҡ!
Һәр минуты, һәр сәғәте,
Шатлыҡҡа тула шул саҡ!
Һис кенә лә ҡабатланмаҫ —
Эй, күңелле баласаҡ!
Зөбәйҙә ИСЛАМОВА
Читайте нас: