+19 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
17 Ноябрь 2020, 12:50

ДУҪТАРЫМДЫҢ ТЕЛЕ

Йыр өйрәнәйек

1. Һыйыр сыҡты яланға, яланға,
Үләндәрҙе ашарға, ашарға.
Мө-мө-мө, һөт бирергә мөмкинме,
Мө-мө-мө, һөт бирергә мөмкинме?
2. Йылы һарыҡтың туны, их туны.
Йөрөмә, һарыҡ, туңып, эй туңып.
Бә-бә-бә, һалҡын ҡурҡытмай бер ҙә,
Бә-бә-бә, һалҡын ҡурҡытмай бер ҙә.
3. Һаҡалын тарай, тарай, их тарай.
Кәзә көтөүгә ҡарай, эй ҡарай.
Мә-мә-мә, һин мине ямаҡ тимә,
Мә-мә-мә, һин мине ямаҡ тимә.
4. Әтәс китте ҡалаға, ҡалаға,
Дауаларға тамағын, тамағын.
Ки-ки-ри-күк, ҡалала табиптар күп,
Ки-ки-ри-күк, ҡалала табиптар күп.
Читайте нас: