+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
14 Ноябрь 2020, 22:21

ҠАР БӨРТӨКТӘРЕ

Йырлайыҡ бергәләп

1. Ҡар бөртөктәре һибелә,
Күбәләкме, сәскәме?
Яңы йылдың аҡ ҡарҙарын,
Ынйыларын сәсәме?
Ҡушымта:
Яуа ҡарҙар,
Ниндәй матурҙар.
Әллә аҡ ҡарҙар,
Әллә йондоҙҙар.
2. Ҡар бөртөгө устарымда -
Эй йылтырай йондоҙҡай.
Нурҙарына ҡойондорҙо:
Мин дә йондоҙ-ҡыҙыҡай.
Ҡушымта.
3. Әйләнәбеҙ йондоҙҡайҙар,
Бейейбеҙ балҡып-янып.
Яңы йылда аҡ нурҙарға
Күмәбеҙ беҙ донъяны!..
Ҡушымта.
Читайте нас: