Бала ғөмүмән, китап, матбуғат баҫмаларын уҡырға тейеш... Ул баланың аң, ҡараш, белем даирәһен киңәйтә, һүҙлек запасын байыта. Ҡыҙыҡлы, матур итеп һөйләргә, хатаһыҙ яҙырға өйрәтә...
Минең иң яратҡан, күңелем түрендә ҡомартҡы булып һаҡланған бер китабым бар - ул ӘЛИФБА! Уның еҫе, сағыу, төҫлө һүрәттәре, тышында дәрестә ҡулын күтәреп ултырған уҡыусы ҡыҙ, бер ваҡытта ла күҙ алдымдан китмәй...
"Минең оло донъям" тип исемләнгән һуңғы китабым бик еңел, оҙаҡ ҡына яҙылды. Сөнки минең көсләп сығарып яҙған хикәйәләрем, әкиәттәрем юҡ... Яҙылаһылары килһә - яҙып папкама һалам. Шулай туплана китап. Шунан, ҡат-ҡат уҡыйым, төҙәтмәләр индерәм, ҡайһылыр "бешеп етмәгәндәре", "оҙаҡ йәшнигенә" инеп, үҙ сиратын көтөп ята...
Үҙемдең, "нәнәй, әкиәт һөйлә, әкиәт һөйлә!" тип талап иткән ейән-ейәнсәрҙәрем булғас, яҙмай булмай... Хикәйәләремдә йыш ҡына ейән-ейәнсәрҙәремдең исемдәрен ҡулланам: Тимерхан, Шәүрә, Рамаҙан, Азалия... Үҙ исемдәрен ишеткәс, йәнләнеп китеп, ҡат-ҡат уҡыталар. Хикәйәләремде ҡыҫҡа, ҡыҙыҡлы итеп яҙырға тырышам. Балалар шундайҙы ярата.