+16 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
31 Октябрь 2020, 17:08

"Шахмат - иң яратҡан шөғөлөм"

Һәр кемдең яратҡан шөғөлө була. Яратҡан эшең менән шөғөлләнгәндә генә күңелеңә ял алаһың, уңыштарға өлгәшәһең. Илиза ла, бәләкәй генә булһа ла, шахмат буйынса уңыштарға өлгәшергә өлгөргән инде. Башҡа ҡыҙыҡһыныуҙары ла күп. Уңған ҡыҙыҡай менән сайтта яҡынданыраҡ танышығыҙ...

Таныш булайыҡ! Исемем Илиза Галина. Миңә 7 йәш. Өфө районы Шамонин мәктәбенең 1-се класында уҡыйым. 5 йәшемдә ағайым Денис менән шахмат уйнарға өйрәндем, унан шахмат түңәрәгенә йөрөй башланым. Мин дә уның кеүек кубок, медалдәр яулағым килде. Беҙҙең тренер “Уфачесс Академияһы” етәксеһе Максим Ибраһимов беҙҙе маҡсатсанлыҡҡа стратегия төҙөргә, еңеү өсөн көрәшергә өйрәтә.
Миңә шахмат уйнарға бик оҡшай, сөнки был уйын спорт, фән, сәнғәт элементтарын туплап, кешенең һәр яҡлы үҫешенә йоғонто яһай, фекерләү һәләтен үҫтерә. Шахматсы тиҙ һәм дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә тейеш. Өфө ҡалаһында уҙған турнирҙарҙа ҡатнашып, урындар яулайым. Киләсәктә республика күләмендә үткән бәйгеләрҙә ҡатнашып, еңеү яуларға тигән маҡсат ҡуям.
Читайте нас: