+7 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
28 Октябрь 2020, 14:09

Роберт йәнһүрәттәр төшөрә

Йәнә уның яратҡан шөғөлө – пластилиндан төрлө һындар әүәләү. Ябай һындар түгел улар, ә үҙе уйлап сығарған әкиәт геройҙары. Аҙаҡ шул геройҙар ҡатнашлығында йәнһүрәттәр төшөрә...

Роберт Юлтаев Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының 5-се класында уҡый. Ул үҙенсәлекле, бәләкәй генә сағынан бик ҡыҙыҡһыныусан бала. Шуға ла мәктәпкә барғансы ата-әсәһенә һорауҙарҙы яуҙырып ҡына тора. 4 йәшендә хәрефтәр танып, уҡырға ла өйрәнә. Күп нәмәне белеп барғанғамы, беренсе ике йылда уға мәктәптә хатта күңелһеҙ була.
Әле Роберт инглиз телен бик теләп өйрәнә. Астрономия менән ҡыҙыҡһына.Ҡыҙыҡлы факттар килтереп, ата-әсәһен аптыратып та ҡуя. Робототехника менән мауыға. Бассейнға йөрөй. “Тхеквондоға йөрөй башлағайным, ташланым, кеше туҡмау оҡшамай”, - ти ул.
Йәнә уның яратҡан шөғөлө – пластилиндан төрлө һындар әүәләү. Ябай һындар түгел улар, ә үҙе уйлап сығарған әкиәт геройҙары. Аҙаҡ шул геройҙар ҡатнашлығында йәнһүрәттәр төшөрә.
Киләсәктә кем булырын белмәй әле Роберт, төрлө яҡлап уйлап йөрөй.
Читайте нас: