+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
25 Октябрь 2020, 19:22

"Аҡбуҙат"тың уҡыусылары тағы ла күберәк булһын!

Ауырғазы районы Төрөмбәт мәктәбенең 2-се, 3-сө класында шаян, тиктормаҫ уҡыусылар уҡый. Шул уҡ ваҡытта улар ҡыҙыҡһыныусан да, тырыш та.

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле "Аҡбуҙат" журналы хеҙмәткәрҙәре! Һеҙгә Төрөмбәт мәктәбенән сәләм! Ауырғазы районы Төрөмбәт мәктәбенең 2-се, 3-сө класында шаян, тиктормаҫ уҡыусылар уҡый. Шул уҡ ваҡытта улар ҡыҙыҡһыныусан да, тырыш та. Мәктәптә үткәрелгән бөтә сараларҙа ла, олимпиадаларҙа ла әүҙем ҡатнашалар. "Аҡбуҙат" журналын да улар яратып уҡый. Быйыл "Бөтә класс менән" Аҡбуҙатҡа"! акцияһына ҡушылдылар. Яратҡан "Аҡбуҙат"тарының уҡыусылары тағы ла күберәк булыуын теләй улар.

Гөлфинур Ильясова.

Читайте нас: