Көҙ – сағыу төҫтәргә бай миҙгел. Дәүләкән районы Мәкеш ауыл китапханасыһы Гөлнар Фәзлиәхмәтова көҙҙөң ошо иҫ китмәле матурлығын хәтерҙәрендә нығыраҡ ҡалдырыр, тәбиғәт менән тағы бер һоҡланыр өсөн киләһе дәресте урманда үткәргән. Балалар Көҙһылыуҙың йомартлығын иҫтәренә төшөргән: йыйып алынған уңыш ҡыш буйына етәсәк, урмандағы йәнлектәрҙең ҡышҡылыҡҡа нисек әҙерләнеүе тураһында ла һөйләшкәндәр, ерҙе туйындырып яуған ямғырҙар ҙа ситтә ҡалмаған... Көҙ тураһында шиғырҙар уҡылған, йомаҡтар ҡойолған, мәҡәлдәр әйтелгән, балалар үҙ фекерҙәрен белдергән. Һәм, әлбиттә, уйындар уйнағандар, гербарий өсөн төрлө төҫтәге бөтә төр япраҡтарҙы ла йыйып алғандар. Тәбиғәттә үткән дәрестән илһам, дәрт алып, рәхәтләнеп ял итеп ҡайтҡандар.