+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
14 Октябрь 2020, 20:25

АУЫРҒАЗЫ ҠОМАРТҠЫЛАРЫ

ҠОРМАНАЙ, БИШҠАЙЫН, ӨСҠАТЛЫ - был атамалар нимә аңлата? Быны белер өсөн сайтҡа рәхим итегеҙ...

Ауырғазы йылғаһының яр буйында Ҡорманай мәмерйәһе бар. Был тәбиғи һәйкәлде Ҡорманай мәмерйәләре тип йөрөтәләр. Был мәмерйәләр академик экспедициялар өсөн бынан 250 йыл элек үк билдәле булған. Ошоғаса фән өсөн әһәмиәтен юғалтмаған һәм һаман да тикшерелә. Мәмерйәләге күлдең һыуын ауыл халҡы сәй өсөн кереп ала.
Тағы ла Бишҡайын мәмерйәһе бар. Ҡояш бик ныҡ ҡыҙҙырған ерҙә урынлашҡан, тәрәнлеге биш кенә метр. Ә һәр саҡ боҙ һалҡынлығын һаҡлай. Шуның өсөн серле мәмерйә тәбиғәт һәйкәле исемлегенә керә.
Өсҡатлы соҡоро. Был тәбиғәт ҡомартҡыһы геологтар өсөн биәһәмиәтле. Уның төбөндә табылған һоро күмерҙә боронғо үҫемлек эҙҙәре табылған. Һоро күмерҙең сәнәғәт яғынан әһәмиәте бик аҙ. Ә ер тарихын яҡшы һаҡлаған.
Читайте нас: