+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
24 Август 2020, 11:45

Рәхмәт, уҡытыусым!

Ауыр шарттарҙа ла сифатлы белем бирергә ынтыла улар.

Был хаҡта ошо көндәрҙә үткән август педагогик кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та билдәләп үтте.
"Мәктәптәр онлайн тәртиптә лә юғары сифатлы белем биреүгә өлгәшә алды. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һеҙ алдан әҙерләнмәһәгеҙ ҙә, дистанцион уҡыуға күсә алдығыҙ. Бының өсөн һеҙгә рәхмәтлемен", - тине ул.
Республика етәксеһе алда тағы ла һынауҙар көтөүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Эпидемиологик осорҙа меңләгән баланың, уҡытыусыларҙың бер бинала булыу сәбәпле ауырыуҙар һаны артыуы мөмкин.
"Быға ла әҙер булырға тейешбеҙ. Беҙҙе тик дисциплина, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү ҡотҡарасаҡ", - тине Радий Хәбиров.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 1 сентябрҙән алып мәктәптәр ҡәҙимге уҡыу тәртибенә күсә. Рәсәй Президенты Владимир Путин балаларҙың белем алғанда уҡытыусылары менән күҙгә-күҙ ҡарап аралашыуҙың мөһимлеге хаҡында әйтеп үткәйне.
Фото: bash.bashgazet.ru
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: